07:27 (UTC+5), 30 Мая 2018

Республикала водолаздар өсөнсө көн тарзанканан йылғаға ҡолап төшкән малайҙы эҙләй

видео скриншоты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостандың Туймазы районында водолаз-ҡотҡарыусылар тарзанканан Өсән йылғаһына ҡолап төшкән малайҙы эҙләй. 27 майҙа уҡыусы дуҫтары менән яр буйында уйнап йөрөгән. Ул тарзанканан йылғаға һикергән. Бала һыуҙан сыға алмаған.
Ваҡиға урынына барған «Башҡортостан» дәүләт телерадикомпанияһы хәбәрсеһе әйтеүенсә, ошо бәләкәй йылғаның көслө ағымы тәжрибәле ҡотҡарыусыларҙы ла аяҡтан йыға. Болғансыҡ һыу водолаздарҙы тотоп ҡарап эш итергә мәжбүр итә. Һыуҙың температураһы, һигеҙ градус ҡына, белгестәргә йылғала 30 минуттан артыҡ булырға мөмкинлек бирмәй. Водолаздарға йылға төбөндәге лапылар арҡаһында темпты даими кәметергә тура килә. Урындағы халыҡ трактор менән ҡотҡарыусыларға йығылған ағастарҙың ҙур олондарын сығарырға ярҙам итә.
Малайҙы һыу аҫтында ла, йылға өҫтөндә лә, яр буйында ла эҙләйҙәр. Ҡотҡарыусылар саҡрымдан ашыу акваторияны тикшереп сыҡҡан. Ағымдан түбәнерәк урында ау ҡуйылған.
Һыуға батҡан малайҙың ата-әсәһе һәм туғандары ошо процесты күҙәтә. Улар билдәле сәбәптәр буйынса камера алдында журналистар менән аралашыуҙан баш тартҡан, ләкин үҙ-ара һөйләшкәндә уҡыусының әсәһе улының һыуҙан ныҡ ҡурҡыуы һәм йөҙә белмәүе хаҡында әйткән. Фажиғә булаһы көндә баланы йылғаға барырға нимә мәжбүр иткән – аңлашылмай. Ошо мәлдә малайҙың эргәһендә булған дуҫының өлкәндәрҙе ярҙамға саҡырыуы ғына билдәле. Ләкин бер кем дә һөрәнде етди ҡабул итмәгән.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, осраҡ буйынса тикшереү бара.
http://www.bashinform.ru/news/1166384-v-bashkirii-vodolazy-tretiy-den-ishchut-malchika-sorvavshegosya-s-tarzanki-v-reku/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика