Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
30 Май 2018, 16:23

Башҡортостанда өс бала ҡайнар һыуға бешкән: ике йәшлек ҡыҙыҡай һәләк булған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 28 майҙа Башҡортостандың Баймаҡ районында өс бәләкәй бала ҡайнар һыуға бешкән. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанаҡтарынан билдәле булыуынса, ике йәшлек ҡыҙыҡай алған яраларынан 29 майҙа реанимацияла яҡты донъя менән хушлашҡан.
«Балалар өйҙә ултырған. Ике йәшлек ҡыҙыҡай тумба эргәһенә килеп, йәшниктәрҙе күсерә башлаған. Йәшниктәр ауыр булғанлыҡтан, тумба алға эйелгән, ә уның өҫтөндә торған ҡайнар һыулы термосәйнүк (термопот) балаға төшкән. Сабыйҙың тәне ныҡ бешкән. Янындағы ағаһы менән апаһы уға ярҙам итергә тырышҡан, шуға үҙҙәре лә зыян күргән. 12 йәшлек ҡыҙыҡайҙың — ҡулы, һигеҙ йәшлек малайҙың һул беләге бешкән. Балалар дауаханаға оҙатылған», — тип хәбәр итте сығанаҡ.
Апалы-ҡустылы медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң өйҙәренә ҡайтарылған. Билдәле булыуынса, бәхетһеҙ осраҡ ваҡытында әсә ихатала булған. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән эшләй — ул да өйҙә юҡ.
Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты тикшереү уҙғара.
«Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Баланың үлем сәбәбен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса тейешле процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1166505-v-bashkirii-kipyatkom-obvarilis-troe-detey-dvukhletnyaya-devochka-pogibla/
Читайте нас: