Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
0
90.4
0
66.47
+1.13
26+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
29 Май 2018, 13:33
Башҡортостандың Белорет районында кеше һөлдәһе табылған
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Республиканың Белорет районында тораҡ пункттан бер нисә саҡрым алыҫлыҡтағы урманда кеше һөлдәһе табылған. Был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡҡа һылтанма менән «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, кеше һөлдәһе урманда алты йылға яҡын ятҡан. Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығында кеше һөлдәһен табыу осрағы буйынса тикшереү тәғәйенләнгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, мәрхүмдең үлем сәбәптәрен билдәләү өсөн экспертиза үткәреү ҡаралған.
http://www.bashinform.ru/news/1165801-v-beloretskom-rayone-bashkirii-obnaruzheny-ostanki-cheloveka/
Теги:
башҡортостан республикаһы буйынса тәфтиш комитеты
Читайте нас: