10:54 (UTC+5), 28 Мая 2018

Сүриәлә боевиктарҙы утҡа тотҡанда Башҡортостандан ике ир-егет һәләк булған – киң мәғлүмәт саралары

РИА Новости/ © AFP 2018 / Stringer
РИА Новости/ © AFP 2018 / Stringer
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Сүриәлә боевиктарҙы утҡа тотҡанда Рәсәйҙән ике хәрби советник һәләк булған, биш хәрби яраланған. Был хаҡта РИА Новости Оборона министрлығына һылтанып хәбәр итә.
«Сүриәнең Дейр эз-Зор провинцияһында төндә Сүриә хөкүмәте ғәскәрҙәренең артиллерия батареяһына террорсыларҙың бер нисә күсмә төркөмө һөжүм иткән. Сүриә батареяһы уты менән идара иткән Рәсәйҙең ике хәрби советнигы урында һәләк булған. Тағы ла биш һалдатыбыҙ яраланған һәм тиҙ арала Рәсәй хәрби госпиталенә оҙатылған», — тип Рәсәй хәрби ведомствоһы белдереүе һүҙҙәрен килтерә агентлыҡ.
Оборона министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй һәм Сүриә хәрбиҙәре боевиктар менән сәғәткә яҡын һуғышҡан. 43 террорист үлтерелгән. Һуңғараҡ ведомство советниктарҙан тыш, һуғышта яраланған ике хәрбиҙең ғүмере өҙөлөүен хәбәр итте.
«Чита.ру» баҫмаһы үҙ сығанаҡтарына һылтанма менән яҙыуынса, артиллерияны утҡа тотҡанда 23 майҙа Сүриәлә дүрт Байҡал аръяғы кешеһе һәм Байҡал аръяғы крайында хеҙмәт иткән ике Башҡортостан егете һәләк булған.
«Шуларҙың икәүһенең — 32 йәшлек өлкән лейтенант Сергей Елиндың һәм 23 йәшлек сержант Игорь Михайловтың кәүҙәләрен ерләү өсөн ябыҡ табутта Читаға килтергәндәр. Икеһе лә 200-сө артбригадала хеҙмәт иткән, уның төп дислокация пункты — Улётовск районындағы Горный ҡасабаһы», — тип хәбәр итә баҫма.
Оборона министрлығынан ошо хаҡта мәғлүмәт килмәгән.
Рәсәйҙең барлыҡ хәрбиҙәре дәүләт наградаларына тәҡдим ителде. Ведомствола раҫлауҙарынса, һәләк булған ике һалдат менән бәхилләшеү Байҡал аръяғында уҙған.
http://www.bashinform.ru/news/1164886-pri-obstrele-boevikov-v-sirii-pogibli-dva-zhitelya-bashkirii-smi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика