05:30 (UTC+5), 28 Мая 2018

Өфөлә хәтере юйылыу менән интеккән 80 йәшлек Михаил Лучинин хәбәрһеҙ юғалған

vk.com/poiskdetei_rb
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфөнән 80 йәшлек Михаил Лучинин аҙнанан ашыу үҙе тураһында хәбәр итмәгән. Пенсионер йәкшәмбе, 20 майҙа, көндөҙгө сәғәт 4-тәр тирәһендә өйөнән сығып киткән. Һуңғы тапҡыр уны Черниковка биҫтәһендәге Хәкимов урамында күргәндәр.
Билдәләре: буйы 180 см, ҡаҡса кәүҙәле, көмрөләнә, атлаған саҡта аҡһай, күҙҙәре көл төҫлө ҡыҫығыраҡ, сал сәсле, 2-3 аҙналыҡ сал һаҡаллы.
Күкһел зәңгәр пинжәк, һыҙатлы ҡыҙғылт ҡара күлдәк, аҡһыл йәшел төҫтәге спорт салбары, күк резина калуш, ҡара бәйләм кепка кейгән. Хәтере юйылыу менән интегә, ҡайһы берҙә исем-шәрефен, адресын һәм туғандарын иҫләмәй.
Оло йәштәге ирҙе күргәндәрҙе йәки уның ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙе 02, 102 һандарына полицияға, 8-927-969-89-19, 8-927 941-65-11 – волонтерҙарға шылтыратыуҙарын һорайҙар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика