Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
+0.7
98.95
+0.64
83.88
+0.3
1+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
28 Май 2018, 15:25

Башҡортостанда тарзанканан һикергән баланы ағым ағыҙып алып киткән

автор
автор
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың Туймазы районында кисә көндөҙ бәлиғ булмаған бала менән фажиғәле осраҡ теркәлгән. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанаҡтарынан билдәле булыуынса, балалар йылға өҫтөндәге тарзанкала уйнаған. Ҡайһылыр мәлдә арҡан өҙөлгән һәм малай һыуға ҡолаған — уны ағым ағыҙып алып киткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бала һәләк булған. Уҡыусының кәүҙәһен тапмағандар әле.
Рәсәй Тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара.
http://www.bashinform.ru/news/1165221-v-bashkirii-sorvavshegosya-s-tarzanki-rebenka-uneslo-techeniem-/
Читайте нас: