06:23 (UTC+5), 16 Мая 2018

Республикала билдәһеҙ кеше 18 йәшлек ҡыҙҙы быуып үлтерергә маташҡан — ике ир-егет уны үлемдән ҡотҡарған

Александр Борисков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина /. Белоретта йәшәгән Юрий Носков һәм Павел Боклач тәртип һаҡсыларына енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән кешене тотоуҙа ярҙам иткән. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, апрель аҙағында Октябрҙең 50 йыллығы урамында урынлашҡан гимназия янында билдәһеҙ ир 18 йәшлек ҡыҙға һөжүм иткән һәм быуып үлтерергә маташҡан.
«Үтеп барыусылар ҡысҡырған тауышты ишетеп, ярҙамға ташланған. Һөжүм итеүсе ҡорбанын ебәргән һәм ваҡиға урынынан ҡасмаҡсы булған, ләкин ирҙәр уны ҡыуып тотҡан. Һуңынан улар ошо хәл тураһында полицияға хәбәр иткән, патруль-пост хеҙмәтенең килгәнен көткән. 23 йәшлек егет тәртип һаҡсылары ҡулына тапшырылған», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге начальнигы Ришат Баймырҙин полицейскийҙар сафы алдында геройҙарға күрһәткән ҡыйыулығы, әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт әйтеп һәм уларҙың ҡыйыу аҙымдары менән ҡот осҡос енәйәт ҡылыуға юл ҡуймауын билдәләп, бүләктәр тапшырҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1158397-v-bashkirii-na-18-letnyuyu-devushku-napal-dushitel-dvoe-muzhchin-spasli-ee-ot-gibeli/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика