13:00 (UTC+5), 16 Мая 2018

Башҡортостанда һунар ваҡытында судьяны үлтергән экс-прокурорға хөкөм ҡарары сығарылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда Мәсетле районының экс-прокурорына «һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү» статьяһы (Рәсәй Енәйәт кодексының 109-сы статьяһының 1-се өлөшө) буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Суд уны һигеҙ айға иркенән мәхрүм итте. «Башинформ» агентлығына үҙенең сығанағы хәбәр итеүенсә, төбәк Тәфтиш комитеты тикшергән эш буйынса 10 суд экспертизаһы уҙғарылған. Шулай уҡ элекке прокурорҙың үҙ ғәйебен тулыһынса таныуы билдәле.
Рәсәй Енәйәт кодексының 53-сө статьяһына ярашлы, хөкөм ителгән кешегә билдәле йәшәү урынынан ситкә китергә, айырым, шул иҫәптән күмәк кеше ҡатнашлығындағы урындарға барырға ярамай. Шулай уҡ махсус күҙәтеү ведомствоһы рөхсәтенән башҡа муниципалитет биләмәһенән ситкә сығыу тыйыла. Шуның менән бергә хөкөм ителеүсе айына бер тапҡыр урындағы енәйәт-башҡарыу инспекцияһына килеп күренергә тейеш.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2017 йылдың 16 ноябрендә Мәсетле районының Әжекәй ауылы янындағы урманда ҡоралайға һунар итеү фажиғәле хәл менән тамамлана. Урындағы дауахананан 41 йәшлек яралы ирҙе — Балаҡатай район-ара суды судьяһын клиник үлем хәлендә килтереүҙәре хаҡында хәбәр килә. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү ойошторола, уның барышында ирҙең вафат булыуы асыҡлана. «Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Тәфтишселәрҙең рәсми фаразы: өс ир урманда машинала ултырған булған. Мәсетле районы прокуроры мылтығы менән автомобилдән сыҡҡан. Атыу тауышы яңғыраған. Яраланған 41 йәшлек ир дауаханаға оҙатылған, һуңынан ул вафат булған.
http://www.bashinform.ru/news/1158797-v-bashkirii-vynesli-prigovor-eks-prokuroru-ubivshemu-sudyu-vo-vremya-okhoty/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика