12:25 (UTC+5), 14 Мая 2018

Өфө урамында көс ҡулланып үлтерелгән ир-егеттең мәйете табылған

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә 12 майҙа таңғы сәғәт 4 тирәһендә кеше ғүмеренә ҡул ҡуҙырға маташыу һәм үлтереү осрағы булған. «Башинформ» агентлығына Рәсәй Тәфтиш комитеты Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Мәктәп тыҡрығы менән Зоя Космодемьянская урамы киҫелешендәге 51-се йорт янында бер егеттең мәйете табылған. Уң яҡ күкрәгендә яра эҙе бар. Тағы бер кеше шундай яра менән дауаханаға мөрәжәғәт иткән.
«Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Үлтереү һәм кеше ғүмеренә ҡул һуҙыу осрағы буйынса тикшереү бара», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Бынан тыш, аңлы рәүештә йәрәхәтләү осрағы буйынса ике енәйәт эше ҡуҙғатылған. Республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүселәрҙе «ҡайнар» эҙҙәре буйынса ҡулға алған.
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы һылтанма яһаған хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ мәғлүмәте буйынса, Кооператив ялан тирәһенд студенттар араһында ыҙғыш сыға, һөҙөмтәлә биш кеше зыян күрә, берәүһенең ғүмере өҙөлә. Бер кеше дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Һәләк булған егет баш ҡала вуздарының береһендә уҡып йөрөгән.       
http://www.bashinform.ru/news/1157195-v-ufe-na-ulitse-obnaruzhen-trup-muzhchiny-s-telesnymi-povrezhdeniyami/
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика