Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
7 Май 2018, 17:06

Төбәктә бәлиғ булмаған егет 36 йәшлек ирҙе ныҡ итеп туҡмаған: зыян күреүсе дауаханала вафат булған

автор
автор
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Стәрлетамаҡта уҙған йома, 4 майҙа, билдәһеҙ ирҙе туҡмағандар. Тиҙ ярҙамға ошо хәл тураһында аноним шылтыратыу булған. Медиктар ирҙе урындағы дауаханаға килтергән. Ул өс көн буйына иҫһеҙ ятҡан, бөгөн иһә уның вафаты тураһында билдәле булды.
Республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әлеге хәлгә аңлатма бирҙеләр.
«Дауахананан Стәрлетамаҡ полицияһына төрлө йәрәхәттәр менән бер ирҙе килтереүҙәре тураһында хәбәр итәләр. Полиция тиҙ арала ғәйепленең шәхесен билдәләне. Енәйәтсе бәлиғ булмағанлыҡтан, материалдарҙы тәфтиш органдарына тапшырыу күҙаллана», — тине ведомство вәкиле.
Шулай уҡ полиция үлемесле йәрәхәттәр алған 36 йәшлек ирҙең дә шәхесен асыҡланы.
http://www.bashinform.ru/news/1154308-v-bashkirii-nesovershennoletniy-zhestoko-izbil-36-letnego-muzhchinu-postradavshiy-skonchalsya-v-boln/
Читайте нас: