11:05 (UTC+5), 07 Мая 2018

Енәйәтселәр бизнесменды туҡмап, Mercedes-Benz автомобилен урлаған һәм Өфө үҙәгендә һуғышҡан

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан прокуратураһы Өфөлә йәшәгән 29 йәшлек иргә һәм 27 йәшлек Чечня вәкиленә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Улар «талау», «хулиганлыҡ» һәм «сәләмәтлеккә уртаса кимәлдә зыян килтереү» статьялары буйынса енәйәттәр ҡылыуҙа ғәйепләнә.
Күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылдың мартында ғәйепләнеүселәр иптәше менән бергә бизнесмендың артынан күҙәтеп барған. Эшҡыуар офистан сыҡҡас, улар иргә ташланған. Уны туҡмағандан һуң, енәйәтселәр Mercedes-Benz автомобиленең (ҡатынының компанияһыныҡы) асҡысын алған һәм машинаны урлаған.
Бер нисә айҙан һуң енәйәт эше фигуранттарының береһе иптәштәре менән бергә Өфөләге Театр скверында үҙҙәренең танышын ҡыйырһытҡан кешеләр менән осрашҡан. Улар араһында килеп тыуған ыҙғыш ҡорал ҡулланыу менән тамамланған. Ғәйепләнеүсенең енәйәттәше йәш кешенең башына травматик пистолеттан атҡан. Зыян күреүсе башын ҡулдары менән ҡаплап өлгөргән — уны һаулығына уртаса кимәлдәге зыян килгән.
Әле ғәйепләнеүселәр һаҡ аҫтында. Енәйәт эше ҡарау өсөн Өфөнөң Киров районы судына ебәрелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1154170-prestupniki-izbili-biznesmena-pokhitili-mercedes-benz-i-ustroili-massovuyu-draku-v-tsentre-ufy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика