11:20 (UTC+5), 04 Мая 2018

Баш ҡалала юғалған 37 йәшлек Дмитрий Служителев үле килеш табылды

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә юғалған 37 йәшлек Дмитрий Служителев үле килеш табылды.
Был хаҡта социаль селтәрҙә уның танышы Юлиә хәбәр итте. Үлемдең сәбәптәре тураһында әлегә бер ни ҙә билдәле түгел.
«Иртәгә әсәһе моргка һәм полицияға бара, һәм уға мәйетте ярғандармы-юҡмы, уның һөҙөмтәһе тураһында әйтергә тейештәр. Шунда ҡасан ерләүҙәре лә билдәле була», — тине ҡыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дмитрий Служителев 21 апрелдә ҡаланың Шакша баҡсаларында юғалғайны. Уның Өфө юлдарында хәйер һорап йөрөүе ихтимал тигән фараздар ҙа булды. Һуңғы тапҡыр уны 26 апрелдә Октябрь проспекты менән СССР-ҙың 50 йыллығы урамы киҫелешендә күргәндәр.
Дмитрий үҙе лә, уның әсәһе лә — инвалидтар, тип хәбәр итте Юлиә.
«Ғаиләлә аҡса юҡ. Дуҫтар, әйҙәгеҙ Наталья Андреевнаға ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итәйек. Уның телефон номеры 8-965-92-55-182, Һаҡлыҡ банкы картаһына бәйле. Ярҙам итергә теләгәндәрҙе түләүҙә «Димаға» тип яҙыуығыҙҙы һорайым», — тип үтенә Юлиә.
http://www.bashinform.ru/news/1153093-propavshiy-v-ufe-37-letniy-dmitriy-sluzhitelev-nayden-mertvym/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика