Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
3 Май 2018, 11:01
Башҡортостанда 6 йәшлек бала һыуға батҡан
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 30 апрелдә республика Тәфтиш комитетына Ҡыйғы районындағы һыу ятҡылығында бәләкәй баланың кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр килә. Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты әлеге осраҡ буйынса тикшереү уҙғара.
30 апрелдә кисен 6 йәшлек малай Үрге Ҡыйғы ауылындағы йылға буйында уйнап йөрөгән. Малай боҙ өҫтөндә тайып китеп, һыуға йығылып төшкән. Күпмелер ваҡыттан һуң атай кеше баланың йәнһеҙ кәүҙәһен табып алған.
«Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Баланың үлем сәбәбен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш», — тип хәбәр итте Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты
http://www.bashinform.ru/news/1152543-v-bashkirii-utonul-6-letniy-rebenok/
Теги:
һыуға батыу
Читайте нас: