06:22 (UTC+5), 28 Апреля 2018

Енәйәтселәрҙе эҙләү: Өфөлә бер тәүлек эсендә ике банкка һөжүм иткәндәр

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Йома, 27 апрелдә, банк бүлексәләренә һөжүм иткәндәр. Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, тәүге осраҡ Рихард Зорге урамындағы офиста теркәлгән. Билдәһеҙ ир, кассирға ҡорал менән янап, аҡса талап иткән.
Һуңғараҡ Октябрь проспектындағы банк бүлексәһендә лә ошондай хәл ҡабатланған. Ике осраҡта ла аҡса урланмаған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары енәйәт эштәре ҡуҙғатҡан да инде.
Тәүге енәйәтсенең билдәләре: 26-30 йәштәрҙә, уртаса буйлы, сәсе ҡырылған. Ҡара төҫтәге пальто-пинжәк, аҡ свитер кейгән, күҙлекле, арҡаһына ҡара рюкзак аҫҡан.
Икенсе енәйәтсенең билдәләре: 25-28 йәштәрҙә, тура танаулы, ҡуңыр күҙле, йоҡа иренле. Ҡара башлыҡ, ҡара салбар, аҡ кроссовка, капюшонлы аҡ куртка кейгән, уң күкрәгендә замок менән ике кеҫә, ҡулына пакет тотҡан булған.
Был кешеләр хаҡында ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булғандарҙың 8 (347) 237-19-60, 8 (347) 237-53-04 телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар. Анонимлыҡ гарантиялана.
http://www.bashinform.ru/news/1151696-rozysk-prestupnikov-v-ufe-za-sutki-soversheno-napadenie-na-dva-banka/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика