05:43 (UTC+5), 18 Апреля 2018

Башҡортостанда егет уҡыусыларға бысаҡ менән ташланған һәм мәктәпкә ут төрткән: зыян күреүселәр бар – ғәҙәттән тыш хәл урынынан беренсе видео

Видео скриншоты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Стәрлетамаҡтағы 1-се мәктәптә ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән. Уҡыусы балаларға бысаҡ менән ташланған, һуңынан класҡа ут төрткән.
«Мәктәптә ниндәйҙер егет бысаҡ тотоп йүгереп йөрөнө. Уҡытыусы ишекте тотоп торҙо, һуңынан кабинетҡа килеп инде. Егет бер ҡыҙға бысаҡ менән сәнсте, ҡыҙ иһә икенсе ҡаттан һикерҙе», — ти ваҡиға шаһиттары.
Бинанан бөтә уҡыусыларҙы ла эвакуациялағандар. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы рәсми мәғлүмәттәре буйынса, өс бала һәм бер өлкән кеше зыян күргән. Улар Стәрлетамаҡ дауаханаһына оҙатылған. Табиптар уларҙың хәлен уртаса тип баһалай. Урында оператив хеҙмәттәр эшләй.
Башҡортостандың Эске эштәр министрлығында мәғариф учреждениеһына һөжүм итеү осрағын раҫланылар. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
http://www.bashinform.ru/news/1145804-v-bashkirii-uchenik-s-nozhom-na-shkolnikov-i-podzhog-shkolu-est-postradavshie-pervoe-video-s-mesta-ch/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика