07:11 (UTC+5), 17 Апреля 2018

Өфөлә ҡотҡарыусылар ғинуарҙа юғалған һыу аҫты һунарсыһының кәүҙәһен тапты

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә ҡотҡарыусылар һыу аҫты һунарсыһының кәүҙәһен тапты. Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 17 апрелдә, ҡотҡарыусылар һыу аҫты һунары ваҡытында юғалған 29 йәшлек Өфө егетен эҙләү эштәрен тергеҙҙе. 15 минуттан һуң Эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре Өфө йылғаһының уң яҡ ярында ирҙең кәүҙәһен тапты.
Әле урынға туғандарына психологик ярҙам күрһәтеү өсөн психолог, шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре ебәрелгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ир 2018 йылдың 4 ғинуарында Сипайлово биҫтәһендә һыу аҫтында һунар иткән саҡта юғалғайны. Ул Өфө йылғаһына сумған һәм башҡаса сыҡмаған. Ҡотҡарыусылар оҙаҡ ҡына эҙләһә, һөҙөмтә булманы. Ирҙең туғандары, ярҙам һорап, ирекмәндәргә мөрәжәғәт итте. Йылғаны бер нисә тапҡыр водолаздар ҙа тикшереп сыҡты. Һыуҙа объекттарҙы эҙләү ҡорамалы һунарсының кәүҙәһен тапҡайны, ләкин көслө ағым уны ағыҙып алып китте.
http://www.bashinform.ru/news/1145277-v-ufe-spasateli-obnaruzhili-telo-propavshego-v-yanvare-podvodnogo-okhotnika/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика