09:11 (UTC+5), 11 Апреля 2018

Магнитогорскиҙа үҙен полицияла көсләүҙәре тураһында белдергән ҡатын хөкөм ителде

takiedela.ru, novayagazeta.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Сығышы менән Башҡортостандың Ғафури районынан булған, әммә Магнитогорскиҙа йәшәгән Сәлимә Мөхәмәтйәнова «ялған ошаҡ» статьяһы буйынса хөкөм ителде. 10 апрелдә уға 20 мең һум штраф һалынды. Ул хоҡуҡ һаҡлау органдарына полицияла көсләүҙәре һәм туҡмауҙары тураһында ялыу менән мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә ҡатын үҙе ғәйепләнеүсе булды. «Йәмәғәтселек ҡарары» фонды эште тикшереү һөҙөмтәләрен баҫтырып сығарҙы, артабан был хаҡта бик күп федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итте.
Суд ҡарарында билдәләнеүенсә, ғәйепләнеүсегә яза тәғәйенләгәндә уның һаулыҡ торошо, эшләмәүе һәм инвалидлығы (ул онкология менән сирләй) иҫәпкә алынған. Дөрөҫлөктө яҡлаусылар хөкөм ҡарарын ғәҙел түгел, тип иҫәпләй, унан да бигерәк, февралдә енәйәт яуаплылығына тарттырыу ваҡыты уҙған.
2016 йылдың 26 ғинуарында коммуналь фатирҙа йәшәгән күршеләренең ялыуы буйынса Сәлимә Мөхәмәтйәнова һәм уның ире Игорь Губановты полиция бүлегенә алып китәләр. Полицияла, Мөхәмәтйәнова әйтеүенсә, уны туҡмағандар һәм көсләгәндәр. Ирле-ҡатынлы раҫлауынса, полицейскийҙар ошо хәл тураһында бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушҡан, кире осраҡта наркотиктар ташлайбыҙ тип янаған. Зыян күргән ҡатын полицейскийҙарҙың ҡылығы тураһында Тәфтиш комитетына хәбәр иткән. Хәлде тикшергәндән һуң, Тәфтиш комитеты полицейскийҙарға ҡаршы эште япҡан һәм Мөхәмәтйәнованы ялған ошаҡта ғәйепләгән. Уның тормош иптәше Игорь Губанов, дөрөҫлөктө талап итеп, һул ҡулының ике бармағын сабып өҙгән. Ярты йыл элек был хәлде «Новая газета» тикшергәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1142491-v-magnitogorske-osuzhdena-urozhenka-bashkirii-zayavivshaya-chto-ee-iznasilovali-v-politsii/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика