05:58 (UTC+5), 11 Апреля 2018

Башҡортостан дауаханаһында дүрт йәшлек сабый яҡты донъя менән хушлашҡан

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостан дауаханаһында дүрт йәшлек сабый вафат булған. Фажиғә 27 мартта уҡ теркәлгән, бала Өфө ҡалаһы дауаханаһында йән биргән. Дүрт йәшлек сабый февралдә Бөрө үҙәк район дауаханаһында тикшереү үткәндән һуң баш ҡала дауаханаһына күсерелгән. Уның баш мейеһе елһенеүе асыҡланған.
Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты органдары әлеге осраҡ буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 109-сы статьяһының 2-се бүлегендә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан (үҙенең һөнәри бурыстарын тейешенсә үтәмәү арҡаһында кешене үлемгә дусар итеү).
Әлеге ваҡытта тәфтишселәр малайҙың үлем сәбәптәрен асыҡлай. Комиссия суд-медицина экспертизаһын тәғәйенләү өсөн медицина документацияһы талап ителгән. Шаһиттарҙан һорау алыу, ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән башҡа тикшереү эштәре бара. Тәфтишсе сирлегә медицина ярҙамы күрһәтеү стандарттарын һәм тәртип талаптарын үтәү буйынса дауаханалағы медицина персоналының эш итеүенә юридик баһа бирергә тейеш. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә», — тип хәбәр итә Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты.
http://www.bashinform.ru/news/1142275-v-bashkirii-v-bolnitse-skonchalsya-chetyrekhletniy-rebenok/?nomobile=1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика