09:00 (UTC+5), 10 Апреля 2018

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында Нефтекама дауаханаһында балаларҙың һәләк булыу осрағына аңлатма бирҙеләр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Ошо көндәрҙә Нефтекаманың үҙәк район дауаханаһында ике бала вафат булды. Берәүһе — 15, икенсеһе 4 йәштә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
«Әлеге ваҡытта улар суд-медицина экспертизаһына ебәрелгән, был үлемдең аныҡ сәбәбен билдәләргә тейеш. Уларға алдан менингококлы инфекция тигән диагноз ҡуйылған булған. Ҡайһы бер осраҡтарҙа бала бер тәүлек эсендә «яна», ниндәйҙер осраҡтарҙа юғары температура ике-өс көн буйына төшмәй», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Башҡортостандың Тәфтиш комитеты әлеге осраҡтар буйынса тикшереү алып бара. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла тикшереү үткәрә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Нефтекама ҡалаһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикле уҡыусылар өсөн коррекция мәктәп-интернатында менингококлы инфекция менән сирләүҙең бер осрағы һәм ике кешелә менингококк асыҡланған. Инфекцияның артабан таралыуына юл ҡуймау өсөн мәғариф учреждениеһында эпидемияға ҡаршы саралар күрелә. Балалар һәм хеҙмәткәрҙәр медицина күҙәтеүе аҫтында. Бәйләнешкә ингән кешеләргә бактерияларға ҡаршы препараттар тәғәйенләнгән, шулай уҡ интернатта күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар ойоштороу сикләнгән.
http://www.bashinform.ru/news/1141858-v-minzdrave-bashkirii-prokommentirovali-gibel-detey-v-bolnitse-neftekamska/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика