05:52 (UTC+5), 10 Апреля 2018

Башҡортостанда пациент дауаханала вафат булғандан һуң енәйәт эше ҡуҙғатылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостандың Туймазы районында йәшәгән ир аяғына операция үткәргәндән һуң дауаханала вафат булған. Фажиғәле осраҡ 5 апрелдә Туймазы үҙәк район дауаханаһында теркәлгән. 32 йәшлек пациент һынған аяғына операция яһатҡандан һуң яҡты донъя менән хушлашҡан. Үлемгә операциянан һуң аяҡты йәрәхәтләү һөҙөмтәһендә ҡанға май эләгеүе сәбәпсе булыуы ихтимал. Әлеге ваҡытта пациенттың үлем сәбәбен асыҡлайҙар.
Республика Тәфтиш комитетының тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 109-сы статьяһының 2-се бүлегендә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (үҙенең һөнәри бурыстарын тейешенсә үтәмәү арҡаһында кешене үлемгә дусар итеү).
«Медицина документтары тупланған һәм эксперт учреждениеһында комиссия суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Шаһиттарҙан һорау алыу, ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән башҡа тикшереү эштәре бара. Тәфтишсе сирлегә медицина ярҙамы күрһәтеү стандарттарын һәм тәртип талаптарын үтәү буйынса дауаханалағы медицина персоналының эш итеүенә юридик баһа бирергә тейеш. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә», — тип хәбәр итә Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты.
http://www.bashinform.ru/news/1141606-v-bashkirii-posle-smerti-patsienta-v-bolnitse-vozbuzhdeno-ugolovnoe-delo-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика