Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
0
90.4
0
66.47
+1.13
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
4 Апрель 2018, 17:29

Республикала бер ир дүрт йәшлек ейәнсәрен туҡмап үлтереүҙә ғәйепләнә

автор
автор
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ҡасабаһында ғаилә фажиғәһе теркәлгән. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, имен ғаиләлә олатай дүрт йәшлек ейәнсәрен йыш ҡына балалар баҡсаһынан алыр булған. Өйҙә улар баланың әсәһе эштән ҡайтҡанын көткән. Ир эшләп йөрөгән. Фажиғә көнөндә ул спиртлы эсемлек эскән. Аңы томаланған ир йоҙроҡтары менән ейәнсәренә ташланған. Күршеһе тиҙ ярҙам саҡырған, ләкин һуң булған.
«Баланың үлем осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтишселәрҙә ғәйепләнеүсенең психик яҡтан һау түгеллеге шик тыуҙырған. Уға психология-психиатрия экспертизаһы тәғәйенләнгән», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1139265-zhitel-bashkirii-podozrevaetsya-v-smertelnom-izbienii-chetyrekhletney-vnuchki/
Читайте нас: