16:01 (UTC+5), 04 Апреля 2018

Өфөлә табип йөклө ҡатындың арҡа мейеһен зарарлаған – клиника уға аҡсалата компенсация түләргә тейеш

автор
автор
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың Юғары суды Өфө ҡалаһы Октябрь районы судының Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһынан 29 йәшлек ҡатынға әхлаҡи зыянды түләтеү тураһында ҡарарын үҙ көсөндә ҡалдырҙы.
Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 2013 йылдың ноябрендә йөклө ҡатын клиниканың бала табыу бүлегенә килә. Кесар киҫелеше операцияһына тиклем уға эпидураль анестезия яһайҙар. Наркоздың тәьҫире бөткәс, пациент аяҡтарын ҡыбырлата алмауын һиҙеп ҡала. Һуңынан уның үҙаллы йөрөү һәләтен тулыһынса юғалтыуы асыҡлана. Ҡатын беренсе төркөм инвалиды тип таныла.
Үҙенең ошондай хәлдә ҡалыуына дауахана ғәйепле тип иҫәпләп, ҡатын судҡа мөрәжәғәт итә. Беренсе инстанциялағы суд Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының суд-медицина экспертизаһы үҙәгендә экспертиза тәғәйенләй. Эксперттар әлеге осраҡта табип-анестезиологтың ғәйепле булыуын асыҡлай. Медик энә менән арҡа мейеһен зарарлаған.
Бөтә хәл-шарттарҙы ла иҫәпкә алып, прокуратура зыян күреүсенең клиниканан әхлаҡи зыянды түләтеү талабын хупланы. Суд дауахананан 4 миллион һум аҡса һәм 410 мең һум күләмендә юғалтҡан эш хаҡы суммаһын түләттерҙе.
Яуап биреүселәр был ҡарарҙы апелляцияға бирҙе, ләкин Башҡортостандың Юғары суды ҡабул ителгән ҡарарҙы раҫланы, бары тик юғалтҡан эш хаҡы суммаһын ғына бер аҙ кәметте.
http://www.bashinform.ru/news/1139125-v-ufe-vrach-povredil-igloy-spinnoy-mozg-beremennoy-zhenshchiny-klinika-vyplatit-postradavshey-denezh/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика