13:09 (UTC+5), 04 Апреля 2018

Өфөлә тәфтишселәр атаһы урлап алып киткән биш йәшлек ҡыҙҙы эҙләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә бер ҡатын элекке иренең биш йәшлек ҡыҙын урлап алып китеүе тураһында ғариза менән республиканың Тәфтиш комитетына мөрәжәғәт иткән. «Башбаштаҡлыҡ» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың 2 апрелендә ҡатындың элекке ире иптәштәре менән бергә Өфөнөң Софья Перовская урамындағы йорттағы фатирҙан баланы урлап ҡасҡан. Ирҙәр сабыйҙы билдәһеҙ йүнәлештә алып киткән.
Ҡыҙыҡайҙың билдәләре: төҫкә биш-алты йәштәрҙә, буйы 110 сантиметр самаһы, ҡаҡса кәүҙәле, оҙон һорғолт сәсле, һоро-йәшел күҙле, тура танаулы. Бала даими йүткерә (нервынан).
Бала аҡ киң лампаслы һоро трико, зәңгәр башалтай һәм оҙон еңле сирень төҫөндәге кофта кейгән.
«Тәфтишселәр әлеге осраҡ: енәйәт ҡылыуға ҡағылышы булғандар, баланың ҡайҙа икәнлеге хаҡында мәғлүмәт белгәндәрҙе (347) 272-11-56, (347) 251-75-07 (дежур тәфтишсе) йәки «02» номеры буйынса шылтыратыуҙарын һорай», — тип мөрәжәғәт иттеләр халыҡҡа ведомствола. — Әле хәлдең сәбәптәре, шулай уҡ уны ҡылыуға ҡағылышлы кешеләр асыҡлана».
http://www.bashinform.ru/news/1139316-v-ufe-sledovateli-razyskivayut-pokhishchennuyu-u-materi-pyatiletnyuyu-doch-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика