Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
28 Март 2018, 14:06
Баш ҡалала төҙөлөштә 23 йәшлек эшсе һәләк булған
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Ғөбәйҙуллин урамында барған төҙөлөштә 23 йәшлек эшсенең эске ағзалары йәрәхәтләнгән. Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, 27 мартта ир башня кранын һүткән саҡта металл конструкция менән бергә ергә ҡолап төшкән.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башлаған, шунан һуң енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителергә тейеш.
«Ирҙең үлем сәбәптәрен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
http://www.bashinform.ru/news/1135692-v-ufe-na-stroyke-pogib-23-letniy-rabochiy-/
Теги:
бәхетһеҙ осраҡ
рәсәй тәфтиш комитетының башҡортостан буйынса баш идаралығы
Читайте нас: