05:42 (UTC+5), 27 Марта 2018

Республикала янғында өс йәшлек малай һәләк булған: тикшереү бара

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Уҙған йәкшәмбелә, 26 мартта, Иглин ауылында фажиғә теркәлгән: утты һүндереү барышында өс йәшлек малайҙың кәүҙәһе табылған.
«Башинформ» агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, көндөҙгө сәғәт 12 тирәһендә Мушников урамындағы йортта ут сыҡҡан. Унда әсә, уның дүрт балаһы йәшәгән булған. Өс сабый сығып өлгөргән, кинйәһе — юҡ. Ҡатын балаһын үҙаллы ҡотҡарырға маташҡан.
«Әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Һигеҙ ҡотҡарыусы һәм дүрт берәмек техниканан торған янғын һүндереүселәр бригадаһы ут менән 40 минутҡа яҡын көрәшкән. Тикшереүҙән һуң тәфтишселәр енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1134868-v-bashkirii-v-pozhare-pogib-trekhletniy-malchik-nachata-dosledstvennaya-proverka/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика