Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
-2 °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
27 Март 2018, 14:38

Өфөлә оҙайлы төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙан 300 миллион һумдан ашыу аҡса урлау тураһында эш буйынса ҡарар сығарылды

автор
автор
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөнөң Киров районы суды 38 һәм 36 йәшлек өфөләргә «мутлашыу» статьяһы буйынса ҡарар сығарҙы. Алдан хәбәр ителгәнсә, «Дуҫлыҡ-Строй» торлаҡ-төҙөлөш кооперативы идараһы рәйесе Рәзиф Әбдрәшитов «ЭнергоТехСервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Андрей Чеботарев менән бергә Өфө үҙәгендә күп фатирлы йорт төҙөлөшөнөң инвесторы һәм генераль подрядсыһы булып сығыш яһаған. Ғәйепләнеүселәр, 65 фатирлы 10 ҡатлы йорт төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан проект-смета документацияһын боҙоп, граждандар менән 307 миллион һумдан ашыулыҡ суммаға 99 фатир һатып алыу-һатыу килешеүҙәре төҙөгән. Улар үҙҙәренең бурыстарын үтәргә йыйынмаған һәм өлөшсөләрҙең аҡсаһын үҙ маҡсатында, шул иҫәптән бизнес-класлы ҡиммәтле автомобилдәр һатып алыуға тотонған. Һөҙөмтәлә улар «мутлашыу» һәм «енәйәти юл менән табылған аҡсаны рәсмиләштерү» статьялары буйынса енәйәттәр ҡылыуҙа ғәйепләнде.
«Ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйептәрен таныманы һәм зыянды өлөшләтә генә ҡапланы. Енәйәт эшен тикшереү барышында дөйөм суммаһы яҡынса 347 миллион һумлыҡ милеккә, шул иҫәптән тамамланмаған төҙөлөш объектына һәм ҡиммәтле сит ил машиналарына арест һалынды», — тип хәбәр иттеләр күҙәтеү ведомствоһынан.
Суд өфөләрҙе дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында дүрт йылға иректән мәхрүм итте. Хөкөм ителгәндәрҙе суд залында һаҡ аҫтына алдылар. Прокуратура язаның йомшаҡ булыуына бәйле ҡарарға ялыу бирергә ниәтләй.
«Дуҫлыҡ-Строй» торлаҡ-төҙөлөш кооперативының Кипр Республикаһынан тапшырылған тағы бер етәксеһенә ҡарата асылған енәйәт эше судта ҡарала. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Кипрҙың компетентлы органдары Интерпол каналдары эҙләгән енәйәтсене Рәсәйгә кире ҡайтарыу тураһында ҡарар ҡабул итте. 2017 йылда Ларнаки ҡалаһы аэропортында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өлкәһендә мутлашыуҙа ғәйепләнгән 65 йәшлек ирҙе тапшырҙылар.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: билдәле йәшәү урыны булмаған кешеләр ташландыҡ бинаға бер нисә тапҡыр ут төрттө. 2017 йылдың мартында оҙайлы төҙөлөштә быраулау ҡоролмаһын күргәйнеләр. 2018 йылдың февралендә бында Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алған студент ҡыҙҙы үле килеш таптылар.
http://www.bashinform.ru/news/1134711-v-ufe-vynesen-prigovor-po-delu-o-khishchenii-svyshe-300-mln-rubley-u-dolshchikov-znamenitogo-dolgost/
Читайте нас: