11:00 (UTC+5), 26 Марта 2018

Тәфтишселәр Өфөнән 22 йәшлек рапирасы ҡыҙҙың үлеменән һуң енәйәт эше ҡуҙғатты

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостандың Тәфтиш комитеты Өфөнән 22 йәшлек спортсы ҡыҙҙың үлем осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында рәсми рәүештә хәбәр итте. Рапирист Татьяна Голосеева 2018 йылдың 15 февралендә ҡапыл вафат булды.
Тәфтишселәр версияһы буйынса, был көндө ҡыҙ күкрәк һөйәге тирәһендә ҡыҫып ауыртыуға зарланы, Республика кардиология үҙәгенә мөрәжәғәт иткән.
«Кискеһен коронарография үткәргән саҡта пациент вафат булған. Үлем сәбәбе — йөрәк-ҡан тамырҙары патологияһы», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
«Үҙенең һөнәри бурыстарын тейешенсә үтәмәү һөҙөмтәһендә һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әле тәфтишселәр башҡа төбәктең эксперттар учреждениеһында комиссия суд-медицина экспертизаһын тәғәйенләгән һәм шаһиттарҙан һорау алған.
Енәйәт эше ҡуҙғатылғанға тиклем республиканың Тәфтиш комитеты тикшереү ойошторған.
http://www.bashinform.ru/news/1134477-sledovateli-vozbudili-ugolovnoe-delo-posle-smerti-22-letney-rapiristki-iz-ufy-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика