10:09 (UTC+5), 22 Марта 2018

Республикала йәшәгән егеткә 16 йәшлек һөйгән ҡыҙын үлтергән өсөн хөкөм ҡарары сығарылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостандың Мишкә районында йәшәгән 20 йәшлек егет «Үлтереү менән янау» һәм «Ҡанһыҙ рәүештә үлтереү» статьялары буйына ғәйепле тип танылды. Республика Тәфтиш комитетында белдереүҙәренсә, Башҡортостандың Юғары суды уны 16,5 йылға иркенән мәхрүм итте, унан һуң тағы ла ике йылға иркенән сикләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылдың 17 мартында 20 йәшлек егет көнләшеү арҡаһында ҡот осҡос енәйәт ҡыла. Мишкә ауылында һөйгән ҡыҙын һағалап тороп, ул уның муйынына, башына, күкрәгенә һәм иңбашына 25 тапҡыр менән бысаҡ менән сәнсә.
«Ҡос осҡос енәйәт ҡылыуға шаһит булған 30 йәшлек ҡатын егетте туҡтатырға маташып, уға сумкаһы менән һуғып маташа, ләкин ул уны ситкә этә һәм ҡулындағы бысаҡ менән һелтәнеп, үлтереү менән янай. Бәлиғ булмаған ҡыҙҙы йәрәхәтләгәндән һуң енәйәтсе автомобилгә ултырып ҡаса. Күпмелер ваҡыттан һуң полиция хеҙмәткәрҙәре уны ауылдан алыҫ булмаған урманда ҡулға ала. Тәфтишселәр әйтеүенсә, ул үҙен-үҙе бысаҡ менән яралаған булған. Ҡыҙ алған йәрәхәттәренән дауаханалаға йән биргән», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан.
http://www.bashinform.ru/news/1133137-zhitelyu-bashkirii-vynesli-surovyy-prigovor-za-ubiystvo-16-letney-vozlyublennoy-/
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика