08:09 (UTC+5), 06 Марта 2018

Мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәрен көсләү тураһында эш: Башҡортостанда ла ошондай енәйәттәр теркәлгән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Силәбе өлкәһендә мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәрен көсләү тураһында эш бөтә илде тетрәндерҙе. Әле Рәсәй Тәфтиш комитетының үҙәк аппаратында «Бәлиғ булмағандарға ҡарата енси характерҙағы көс ҡулланыу» һәм «Иғтибарһыҙлыҡ» статьялары буйынса бер нисә енәйәт эше тикшерелә. Һуңғыһында коррекция балалар йорто һәм опека органдары хеҙмәткәрҙәренең ҡатнашлығы булыуы ихтимал. Тәүге эштә ғәйепләнеүсе бар — интернатҡа бер нисә тапҡыр килеп киткән ир.
«Александр Бастрыкин Рәсәй Тәфтиш комитетының баш тәфтиш идаралығы хеҙмәткәрҙәренә атап үтелгән енәйәт эштәре буйынса тикшереү үткәрергә, ваҡиға сәбәптәрен, шулай уҡ учреждение, контролдә тотҡан органдар етәкселеге араһынан бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын боҙоуға юл ҡуйған вазифалы кешеләрҙе билдәләргә ҡушты. Бынан тыш, тәфтишселәргә енәйәт ҡылыуға булышлыҡ иткән сәбәптәрҙе һәм шарттарҙы асыҡлау бурысы тора», — тиелә ведомство белдереүҙәрендә.
Шулай уҡ, Znak.com баҫмаһы мәғлүмәттәре буйынса, мәктәп-интернаттың 15 йәшлек тәрбиәләнеүсеһенең енси ҡағылғыһыҙлығына ҡаршы енәйәттәрҙә 46 йәшлек уҡытыусы ғәйепләнә. Асыҡланыуынса, ир 2016 йылдың июнендә үҫмерҙе бер нисә тапҡыр Башҡортостанда урынлашҡан йортона алып ҡайтып, уға ҡарата енси характерҙағы көс ҡулланған.
«Енәйәт ошо хеҙмәткәргә ҡарата башҡа тәрбиәләнеүсегә сексуаль көс ҡулланыу буйынса шуға оҡшаш енәйәт эшен тикшереү барышында асыҡланды», — тип хәбәр итә баҫма.
Әлеге осраҡ буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдарынан рәсми комментарий юҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1125423-delo-o-massovykh-iznasilovaniyakh-vospitannikov-shkoly-internat-prestupleniya-proiskhodili-i-v-bashk/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика