12:35 (UTC+5), 06 Марта 2018

Өфөлә тәфтишселәр дауаханала яңы тыуған сабыйҙың үлем осрағы буйынса тикшереү алып бара

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 22 февралдә Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлау органдарына республика балалар клиник дауаханаһында яңы тыуған сабыйҙың вафат булыуы хаҡында хәбәр килә. Әлеге осраҡ буйынса төбәктең Тәфтиш комитеты тикшереү эштәре алып бара.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә яҡынса мәғлүмәттәрҙе хәбәр иттеләр: 19 февралдә Архангел районында йәшәгән йөклө ҡатынды урындағы дауахананан Өфөләге перинаталь үҙәккә оҙаталар. Ул малай таба, ләкин сабыйҙы республика клиник дауаханаһына алып китәләр. Өс тәүлектән һуң бала яҡты донъя менән хушлаша.
«Хәҙер ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, сабыйҙың үлем сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, тейешле документация тартып алынған. Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса һәм медицина документтарын өйрәнгәндән һуң енәйәт эшен ҡуҙғатыу тураһында процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
http://www.bashinform.ru/news/1125701-v-ufe-sledovateli-provodyat-proverku-po-faktu-smerti-novorozhdennogo-v-bolnitse/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика