12:47 (UTC+5), 05 Марта 2018

Республикала балаларға ҡул күтәргән тәрбиәсегә хөкөм ҡарары сығарылды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Йыл ярым холоҡ төҙәтеү эштәре һәм ике йыл дауамында белем биреү өлкәһендә эшләүҙе тыйыу. Ишембай районы суды «Күк сәскә» балалар баҡсаһының элекке тәрбиәсеһенә ҡарата ошондай хөкөм ҡарары сығарҙы. Уның арҡаһында 11 сабый зыян күргәйне. 44 йәшлек ҡатын «Бәлиғ булмаған балаларҙы тәрбиәләү буйынса бурыстарҙы тейешенсә үтәмәү» статьяһы буйынса ғәйепле тип танылды.
Республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, 2016 йылдың декабрендә «педагог» биш йәшлек ҡыҙҙы этеп ебәргән, һөҙөмтәлә бала башы менән карауатҡа бәрелгән. Тәрбиәсе йоҙроғо менән алты йәшлек сабыйҙың башына һуҡҡан.
«Ғәйепләнеүсе тыңламаған балаларҙы йыуыныу бүмәһенә бикләп ҡуйған. Ошо хәл тураһында белеп ҡалған ата-әсәләр хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Судта ҡатын үҙ ғәйебен таныманы.
http://www.bashinform.ru/news/1124759-v-bashkirii-osudili-vospitatelnitsu-ot-ruk-kotoroy-postradali-11-detey/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика