13:22 (UTC+5), 02 Марта 2018

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты туғыҙ кеше һәләк булған юл фажиғәһенең төп сәбәбен атаны

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. М-5 «Урал» трассаһында туғыҙ кешенең ғүмерен өҙгән аварияға таҙартылмаған юл сәбәпсе. «Башинформ» агентлығына республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «MAN» йөк машинаһы, тағылмаһы тайып, юлдан ситкә төшөп китә.
«Автомобиль юлдарын таҙартыу эштәрен тейешенсә башҡармау һөҙөмтәһендә Усть-Ҡатауға китеп барған «Мерседес-Бенц» микроавтобусы һәләкәткә осрай», — тип асыҡлыҡ индерҙе тәфтишселәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, микроавтобустағы һигеҙ пассажир һәм водитель авария урынында һәләк булды, дүртәүһе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханала ята. «Граждандарҙың ғүмере һәм хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү арҡаһында ике һәм унан күберәк кешене үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса тағы бер енәйәт эше асылған. Йөк машинаһы водителе әле һаҡ аҫтында. Тәфтишселәр шулай уҡ Башҡортостандың Иглин районы Оло Тәләк ауылы эргәһендәге федераль трассаны хеҙмәтләндергән ойошманы документтарһыҙ ҡалдырған һәм хеҙмәткәрҙәренән һорау алған.
http://www.bashinform.ru/news/1123958-sledstvennyy-komitet-bashkirii-nazval-tochnuyu-prichinu-dtp-s-devyatyu-pogibshimi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика