05:04 (UTC+5), 28 Февраля 2018

Трассала маршрутка менән бәрелешкән йөк машинаһы водителенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған – Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Оло Тәләк ауылы эргәһендәге трассала микроавтобус менән бәрелешкән MAN йөк машинаһы водителенә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264-се статьяһы буйынса («һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике йәки унан да күберәк кешене үлемгә дусар итеү») енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әле ир һаҡ аҫтында. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 27 февралдә М5 «Урал» автомобиль юлының 1546-сы саҡрымында авария теркәлде. Фажиғәлә туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлдө.
«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Ман» йөк машинаһы водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, «Өфө — Усть-Ҡатау» маршруты буйынса хәрәкәт иткән «Мерседес Спринтер» микроавтобусы менән бәрелешә», — тип хәбәр иттеләр матбуғат хеҙмәтенән.
Һөҙөмтәлә микроавтобус водителе (Силәбе өлкәһенән), шулай уҡ 20 йәштән 66 йәшкәсә 8 пассажир (Башҡортостандан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән) ваҡиға урынында һәләк була. Өфөнән 1988 йылғы ҡыҙ һәм Силәбе өлкәһенән 1952 йылғы ҡатын төрлө йәрәхәттәр менән Әшә ҡалаһы дауаханаһына оҙатыла. Тағы ла ике пассажирға медицина ярҙамы күрһәтелә, һуңынан өйҙәренә ҡайтарыла.
Авария урынына Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры урынбаҫары — Баш тәфтиш идаралығы начальнигы Виктор Михайлов, республиканың ЮХХДИ һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Эксперт-криминалистика үҙәге етәкселеге, шулай уҡ Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Юрий Русанов килде.
http://www.bashinform.ru/news/1122551-protiv-voditelya-gruzovika-kotoryy-stolknulsya-s-marshrutkoy-na-trasse-vozbudili-ugolovnoe-delo-mvd-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика