17:28 (UTC+5), 26 Февраля 2018

Республикала хәбәрһеҙ юғалған ғаиләне эҙләйҙәр

социаль селтәрҙәр
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған ғаиләне эҙләйҙәр. Юғалған ҡыҙҙың - 24 йәшлек Ирина Кузякованың егете хафаға ҡалған. Игорь Попов һүҙҙәренсә, Ирина 17 февралдән бәйләнешкә сыҡмай.
«Ул ата-әсәһе менән Ырымбурҙа ине. Атаһы менән бергә әсәһен МРТ үтергә алып барғайны. Улар 17 февралдә көндөҙ, «Ниссан Кашкай» автомобиленә ултырып, Ырымбурҙан Күмертау яғына юлланды. Көндөҙ ул һуңғы тапҡыр шылтыратып, юлға сығыуҙарын хәбәр итте. Мин уның ата-әсәһе менән бәйләнешкә инергә тырыштым, ләкин һөҙөмтә юҡ. «Тиҙ ярҙамға», полицияға һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына шылтыраттым. Бер кем дә улар хаҡында ишетмәгән. Бәлки, кемдер трассала ниндәйҙер аварияны йәки ҡайҙалыр ошо ҡыҙҙы күргәндер (фотола – автор иҫкәрмәһе), миңә яҙығыҙ», — тип мөрәжәғәт итте социаль селтәрҙә Игорь.
Уның әйтеүенсә, ҡыҙ әлегәсә бәйләнешкә сыҡмаған — телефоны яуап бирмәй, «Бәйләнештә»ге сәхифәһе юйылған.
http://www.bashinform.ru/news/1121571-v-bashkirii-razyskivayutsya-propavshie-bez-vesti-roditeli-s-docheryu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика