06:44 (UTC+5), 14 Февраль 2018

Мәскәү өлкәһендә Ан-148 самолетының ни сәбәпле һәләкәткә осрауы асыҡланды

© Наталья Дмитрак/ТАСС
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Мәскәү өлкәһендәге авиаһәләкәткә тиҙлек датчиктарының туңыуы сәбәпсе булыуы ихтимал. Тап улар «Һарытау һауа юлдары»ның Ан-148 пилоттарына яңылыш йүнәлеш биргән, ахыры, тип хәбәр ителә Дәүләт-ара авиация комитетының рәсми сайтында.
Комитет мәғлүмәттәре буйынса, тәүге «ҡара йәшник»те тикшергәндән һуң, осош алдынан һауа судноһының тиҙлеген билдәләү өсөн ҡоролманың ҡабыныуы, ә алты минуттан һуң Ан-148 самолетының ергә ҡолауы асыҡланған.
Белгестәр хәбәр итеүенсә, экипаждың проблемалары һауаға күтәрелеп, 2,5 минут үткәс тә башлана. 150 метр бейеклектә автопилот ҡабыҙыла. Һауа судноһы 1300 метрға күтәрелгәс һәм сәғәтенә 470 саҡрым тиҙлектә оса башлағас, бортта «хәүефле хәл» башлана.
«Ан-148 самолетындағы яҙмаларҙа тиҙлек датчиктары күрһәткестәре араһындағы айырмалыҡтар теркәлгән. Тағы 30 секундтан һуң айырмалыҡтар яҡынса сәғәтенә 30 саҡрымға еткән. Шунан һуң экипажға бер тапҡыр бирелә торған команда барлыҡҡа килгән. 2000 метр самаһы бейеклектә команда ҡабатланған, был юлы датчиктар араһында айырмалыҡтар артҡан. Экипаж икенсе команданан һуң автопилотты һүндергән. Артабан осошҡа ҡул менән идара итеү башланған. Тиҙлек күрһәткестәре ныҡ айырыла: һауа параметрҙарының бер модулендә — сәғәтенә 0 саҡрым, икенсеһендә сәғәтенә 540-560 саҡрым билдәләнгән. Ошонан һуң һуңғыһының тиҙлек күрһәткестәре ҡапыл төшкән (сәғәтенә 200 саҡрымға тиклем һәм түбәнерәк). Ергә ҡолар алдынан модулдәрҙең береһенең күрһәткесе — 0 кимәлендә, икенсеһенең сәғәтенә 800 саҡрым ҡалған», — тип хәбәр итә ТАСС, Дәүләт-ара авиация комитетының эксперттар төркөмөнә һылтанып.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе, 11 февралдә, «Һарытау һауа юлдары»ның Мәскәүҙән Орск ҡалаһына юлланған Ан-148 самолеты һәләкәткә осраны. 71 кеше — 65 пассажир һәм 6 экипаж ағзаһының ғүмере өҙөлдө. Улар араһында ике яҡташыбыҙ ҙа бар.
http://www.bashinform.ru/news/1116648-nazvana-veroyatnaya-prichina-krusheniya-v-podmoskove-an-148-gde-pogibli-dva-urozhentsa-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика