11:16 (UTC+5), 13 Февраля 2018

Йыртҡыстар һөжүм итә: төбәктә йәшәүселәр балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн ҡурҡа

Башҡортостан юлдаш телеканалы видеоһынан стоп-кадр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандағы бер нисә тораҡ пунктта бүреләр эттәрҙе һәм малдарҙы тамаҡлаған. Йыртҡыстарҙың үҙебеҙгә ташланыуы ихтимал, тип борсола урындағы халыҡ. Башҡортостан юлдаш телеканалы мәғлүмәте буйынса, Ҡариҙел районында ҡырағай йәнлектәр этте ашап киткән.
Йорт йәнлеге хужаһы әйтеүенсә, кисә төндә уның Бобик ҡушаматлы эте ниҙер һиҙенгән кеүек тойолған: шыңшыған һәм ерҙе соҡоған.
Абдулла ауылында ла ошоға оҡшаш хәл булған. Ас бүреләр, аҙыҡ эҙләп, ауыл уртаһына уҡ үтеп ингән. Йыртҡыстар бында ла эткә ташланған.
Ауыл халҡы балалары өсөн борсола, уларҙы өйҙән сығарырға, мәктәпкә ебәрергә ҡурҡа, сөнки хәҙер туҡталышҡа тиклем барыу бик хәүефле.
Белгестәр бүреләрҙең әүҙемләшеүен популяцияның артыуына, шулай уҡ ҡарҙың аҙ булыуына бәйләй, шул арҡала аулау ҡыйынлаша.
Телеканал мәғлүмәте буйынса, район хакимиәтендә бүреләр мәсьәләһе тикшерелгән. Йыртҡыстарҙы атыу — халыҡтың именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән әлегә берҙән-бер һөҙөмтәле сара. Бының өсөн һунарсыларҙы һәм ирекмәндәрҙе йәлеп итеү күҙаллана.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ғинуарҙа Әбйәлил районында бүреләрҙең ҡолондарға ташланыу осраҡтары теркәлгәйне. Баймаҡ районында уҙған йылдың декабрь айында йыртҡыстар 10 ашыу аттың башына еткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика