Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
12 Февраль 2018, 12:59

Мәскәү өлкәһендәге фажиғәлә һәләк булғандар араһында яҡташыбыҙ ҙа бар

автор
автор
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Мәскәү өлкәһендәге фажиғәлә Өфө кешеһенең ғүмере өҙөлдө. Һәләкәткә осраған «Һарытау һауа юлдары» самолетында яҡташыбыҙ ҙа булған. Башҡортостан юлдаш телеканалы, 12 февралдә республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәләге мәғлүмәткә һылтанып, ошо хаҡта хәбәр итте.
Билдәле булыуынса, ул һуңғы йылдарҙа Мәскәү өлкәһендә йәшәгән.
Уҙған йәкшәмбелә Мәскәүҙән Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһына юлланған Ан-148 самолеты һәләкәткә тарыны. Һауа судноһы Мәскәү өлкәһендәге Аргунов ауылы янында ҡоланы. Бортта 65 пассажир һәм алты экипаж ағзаһы булған. Әле фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана, шул иҫәптән һауа шарттары һәм кеше факторы ҡарала.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ырымбур өлкәһе губернаторы Юрий Берг менән телефондан һөйләшкәндә фажиғәлә һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе. Башҡортостан хөкүмәте күрше төбәккә тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
http://www.bashinform.ru/news/1115670-v-aviakatastrofe-v-podmoskove-pogib-urozhenets-ufy/
Читайте нас: