10:32 (UTC+5), 12 Февраль 2018

Мәскәү өлкәһендәге авиаһәләкәттә Башҡортостандан тағы бер кеше һәләк булған

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Мәскәү өлкәһендәге авиаһәләкәттә Башҡортостандың Межгорье ҡалаһынан 25 йәшлек Крискентия Алексеенко һәләк булған. Был хаҡта «Межгорье» гәзите уҡыусыларына уның класташы Анастасия Кузина хәбәр итә.
«Класыбыҙҙа Крискентия исемле ҡыҙ уҡый ине. Ул беҙгә һигеҙенсе класҡа килде. Уның изге күңелле, һөйкөмлө һәм күңелсәк булыуын хәтерләйем, икәүләп музыка мәктәбенә хорға йөрөй торғайныҡ, һуңынан бергә ҡайтабыҙ, аралашабыҙ. Ғаиләһе күсенеп киткәс, бәйләнеш юғалды. Әлегә тиклем ошондай исемле кешене осратҡаным булманы.
Бөгөн иртән яңылыҡтар сайтында «Мәскәү — Орск самолеты ҡолауы арҡаһында һәләк булғандарҙың исемлеге баҫылған» тигән мәҡәләне күреп ҡалдым. Самолет 11 февралдә, Домодедово аэропортынан һауаға күтәрелеп бер нисә минут үткәс, Мәскәү өлкәһендә ҡолаған. Бортта 65 пассажир һәм 6 экипаж ағзаһы булған... »
Исемлектәге өсөнсө юлда:
Алексеенко Крискентия Николаевна 01.10.1992.
Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ».
Бынан алда «Башинформ» Өфөлә тыуып үҫкән, һуңғы йылдарҙа Мәскәү өлкәһендә йәшәгән Юрий Ямаевтың һәләк булыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1115806-eshche-odna-urozhenka-bashkirii-v-chisle-pogibshikh-v-aviakatastrofe-v-podmoskove/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика