07:39 (UTC+5), 08 Февраля 2018

Полицейскийҙар һәм ирекмәндәр Гүзәл Ғәзетдинованы нисек эҙләүҙәре хаҡында һөйләне

«Юғалған балаларҙы эҙләү - Өфө» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Vk
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡорт дәүләт медицина университеты студентын эҙләү уның йөрөгән юлдарынан һәм видеокүҙәтеү камераһы яҙмаларын тикшереүҙән сығып ойошторолдо. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Енәйәтте тикшереү идаралығының эҙләү эштәрен ойоштороу бүлеге етәксеһе һөйләне.
Ғинуар урталарынан алып эҙләгән Гүзәл Ғәзетдинованың кәүҙәһен 7 февралдә төҙөлөп бөтмәгән йорттоң лифт шахтаһында тапҡандар. Ҡыҙға төҙөлөштә юғалған документтарын эҙләп йөрөгән кеше тап булған.
«Эҙләү хәл-шарттарҙан сығып күҙаллана. Беҙ ул йөрөгән маршрутты тикшерҙек. Һуңғараҡ төҙөлөп бөтмәгән биналарҙы ла тикшереү ҡаралғайны, әммә тәүҙә башҡа урындарға өҫтөнлөк бирелде», — тине Артур Ғәлләмов.
Эҙләү эштәрендә ҡатнашҡан ирекмәндәр ойошмаһы вәкилдәре һүҙҙәренсә, уларға Гүзәлдең ҡаланың төрлө өлөштәрендә булыу ихтималлығы тураһында шылтыратып хәбәр иткәндәр.
«Беҙ ҡыҙҙың йөрөгән юлындағы дарыухана һәм магазин хеҙмәткәрҙәренән һораштыҡ, ВДНХ тирәһен, урманды ҡарап сыҡтыҡ. Гүзәлдең Черниковка биҫтәһендә булыу ихтималлығы тураһында бер нисә шылтыратыу булды», — тип һөйләне «Юғалған балаларҙы эҙләү» халыҡ-ара ирекмәндәр ойошмалары ассоциацияһының төбәктәге вәкиле Павел Нестеров.
«Лиза Алерт» эҙләү-ҡотҡарыу отрядының мәғлүмәт координаторы Олеся Пышкина һүҙҙәренсә, эҙләү барышында ирекмәндәр 500-гә яҡын белдереү йәбештергән.
Рәсәй Федерацияһы буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 700-ҙән ашыу кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 2017 йылда полицияға эҙләү тураһында 2200 ғариза килгән, 45 кеше әлегәсә табылмаған, уларҙың бишәүһе — бәлиғ булмағандар, араларында 14 йәшкәсә балалар юҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1114331-politseyskie-i-volontery-rasskazali-o-tom-kak-iskali-guzel-gazetdinovu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика