07:38 (UTC+5), 02 Февраля 2018

Ханты-Манси автономиялы округындағы юл-транспорт фажиғәһендә балаларҙың үлеме тураһында эште тикшереү тамамланды

Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостан ЮХХДИ-ның административ ҡануниәтте үтәү бүлексәһенең элекке етәксеһе Дергунов һәм инспектор Степанова «Эшкә һалҡын ҡарау» статьяһы буйынса ғәйепләнә. Тәфтиш комитетының үҙәк аппараты тәфтишселәре Ханты-Манси автономиялы округындағы юл-транспорт фажиғәһендә балаларҙың үлеме тураһында эште тикшереүҙе тамамланы.
«Ғәйепләнеүселәр Раил Сәйетхановтың водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеүе хаҡында мәғлүмәттәрҙе ЮХХДИ-ның федераль мәғлүмәт системаһына үҙ ваҡытында индермәгән. Был һуңғыһын транспортҡа идара итеүҙән ситләтергә мөмкинлек бирмәне. Тап шул арҡала 2016 йылдың 4 декабрендә юл-транспорт фажиғәһе теркәлде, һөҙөмтәлә 12 пассажир, шул иҫәптән 10 баланың ғүмере өҙөлдө», тип аңлаттылар Рәсәй Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Енәйәт эшен ҡуҙғатыу фажиғәнең төп сәбәбен асыҡларға ярҙам итте лә инде, тип билдәләне тәфтишселәр. Тәүҙә ғәйепләүселәр Башҡортостан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең эш итеүе һәм үлемесле авария араһындағы бәйләнешкә иғтибар бирмәне.
Енәйәттә ғәйепләнеүселәр судҡа ебәрелергә тейешле материалдар менән таныш.
http://www.bashinform.ru/news/1111683-zaversheno-rassledovanie-dela-o-gibeli-detey-v-dtp-v-khmao-podsudimye-sotrudniki-gibdd-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика