10:34 (UTC+5), 01 Февраль 2018

Өфөлә 22 йәшлек Гүзәл Ғәзетдинованы эҙләүҙең яңы маршруты билдәле булды

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2 февралдә Өфөлә ирекмәндәр 22 йәшлек Башҡорт дәүләт медицина университеты студенткаһы Гүзәл Ғәзетдинованы эҙләүҙә яңы маршрутҡа сыға. «Башинформ» агентлығына «Балаларҙы эҙләү — Өфө» юғалған балаларҙы эҙләүҙә ярҙам күрһәтеү буйынса төбәк йәмәғәт ойошмаһы директоры Павел Нестеров һөйләүенсә, ирекмәндәр көндөҙгө 3-сө яртыла Октябрь проспекты яғына «Комаров» туҡталышында осраша.
«Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексынан Еңеү паркына тиклем биләмәне тикшерергә, йылғаға төшөргә, урманды ҡарап сығырға ниәтләйбеҙ. Әгәр ярҙам итергә теләгәндәр күберәк булһа, тағы ла яҡшыраҡ, — тине Павел Нестеров. — Миңә 8-927-969-89-19 (WhatsApp) номеры буйынса хәбәр яҙығыҙ».
Ирекмәндәргә телефон, термос менән ҡайнар сәй алырға, йылы кейенергә кәңәш итәләр.
Алдағы йәкшәмбелә ирекмәндәр эҙләү эштәрен дауам итергә йыйына, ләкин маршрут әлегә билдәһеҙ. Өҫтәмә мәғлүмәтте һуңғараҡ «Бәйләнештә» селтәрендәге волонтерҙар төркөмөндә алырға мөмкин.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, үткән аҙнала улар Ағиҙел буйын тикшереп сыҡты — һигеҙ саҡрымға яҡын юл үтелде. Әле студент ҡыҙҙың юғалыуы тураһында эштә бер ниндәй ҙә дәлил юҡ.
Гүзәл 16 ғинуарҙа иртән ғәйеп булды. Ул Минһажев урамындағы ятаҡтан сығып киткән. Әлегә тиклем уның ҡайҙалығы билдәһеҙ.
Билдәләре: буйы 165-168 сантиметр, 22 йәштә. Ҡаҡса кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡара сәсле, һоро күҙле. Һоро мамыҡ куртка һәм йөн башлыҡ кейгән. Аяғында аҡ табанлы күк итек. Портфеле бар.
Ошо ҡыҙ тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт белгән кешеләрҙең 102 йәки 8-937-159-89-97, 8-917-730-57-13, 8-937-158-60-28 телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.
http://www.bashinform.ru/news/1111380-v-ufe-stal-izvesten-novyy-marshrut-poiska-22-letney-guzel-gazetdinovoy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика