11:18 (UTC+5), 31 Января 2018

Республикала йәшәгән ир ике бала әсәһенең ғүмерен ҡыйған өсөн суд алдында яуап тота

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Мәләүез район-ара прокуратураһы Ергән ауылында йәшәгән 30 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫлаған.
Тәфтишселәр версияһына ярашлы, 2017 йылдың сентябрендә ғәйепләнеүсе социаль селтәрҙә Салауат ҡалаһынан 27 йәшлек ҡатын менән танышҡан. Уның әйтеүенсә, урмандағы осрашыуҙан һуң ул ирҙән аҡса талап иткән. Улар бер-береһе менән һүҙгә килешкән. Ир багажниктан бау алып, ҡатынды быуып үлтергән. Ҡорбанының кәүҙәһен тупраҡ менән күмгеләгән дә ҡасҡан. Ҡатындың кәүҙәһен ун көн үткәс таптылар.
Күҙәтеү ведомствоһы мәғлүмәте буйынса, һорау алғанда ғәйепләнеүсе тәфтишселәргә үҙ ғәйебен таныуын белдерҙе. Әле енәйәт эше тикшереү өсөн Мәләүез районы судына ебәрелгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, уҙған йылдың сентябрендә Салауатта йәшәгән ҡатын эштән һуң өйөнә ҡайтып етмәй. Һуңынан уны ҡаланан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Ергән ауылында күреүҙәре хаҡында мәғлүмәт булды. Ирекмәндәр, туғандары һәм полицейскийҙар бер нисә көн буйына эҙләү эштәрен дауам итте. Юғалған ҡатын социаль селтәргә таныш булмаған ир менән төшкән фотоһүрәтен һалды. 28 сентябрҙә кис урманда йәш ҡыҙҙың кәүҙәһен табыуҙары, уның ошо ҡатын булыу ихтималлығы хаҡында хәбәр килде. Бер нисә сәғәттән һуң туғандары әлеге мәғлүмәтте раҫланы. Асыҡланыуынса, ҡатын иренән айырылған булған. Элекке ире уны эҙләүҙә әүҙем ҡатнашты. Уның ике балаһы: 10 йәшлек улы һәм өс йәшлек ҡыҙы ҡалды.
http://www.bashinform.ru/news/1110859-zhitel-bashkirii-predstanet-pered-sudom-za-rezonansnoe-ubiystvo-materi-dvoikh-detey/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика