06:58 (UTC+5), 29 Января 2018

Төбәктә үлемесле юл-транспорт фажиғәһе: бер ҡатын һәм уның ике улы һәләк булған – видео

Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың Саҡмағош районында Бүздәк — Саҡмағош — Дүртөйлө автомобиль юлының 64-се саҡрымында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, ВАЗ-2107 рулендәге 45 йәшлек ҡатын, яҡынса фараздар буйынса, икенсе юлдан сыҡҡанда BMW-525 автомобиленә юл бирмәгән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында ВАЗ-2107 автомобиле водителе һәм уның 24 йәшлек улы йән биргән. Уның артҡы ултырғыста ултырған 17 йәшлек икенсе улы урындағы дауахананың реанимация бүлегенә оҙатылған. Ике сәғәттән ул йәрәхәттәрҙән вафат булған.
BMW автомобиленең 48 йәшлек водителе һәи ике пассажиры — 24 һәм 37 йәшлек ир-егеттәр төрлө ауыр йәрәхәттәр алған. Ведомство мәғлүмәте буйынса, һәләк булған ҡатындың тормош иптәше лә дүрт йыл элек юл фажиғәһендә яҡты донъя менән хушлашҡан. Авариялар ошо ғаиләнең барлыҡ ағзаларының ғүмерен өҙгән.
http://www.bashinform.ru/news/1109509-smertelnoe-dtp-v-bashkirii-pogibla-zhenshchina-i-dvoe-eye-synovey-video/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика