12:57 (UTC+5), 29 Ғинуар 2018

Башҡортостанда һәләк булған 14 йәшлек ҡыҙҙың ата-әсәһе спорт комплексына яза биреүҙе һорай

шәхси архив
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Магнитогорскиҙан 14 йәшлек спортсы ҡыҙҙың Яҡтыкүлдәге «Металлург-Магнитогорск» үҙәгенең тау саңғыһы трассаһында һәләк булыу осрағының дауамы бар. Ҡыҙҙың ата-әсәһе спорт комплексын тикшереүҙе һәм яза биреүҙе һорай.
«Тренерға дәғүәбеҙ юҡ. Ул спортсыларға атай ҙа, әсәй ҙә булды. Мин был хәлгә тау саңғыһы үҙәгендәге иғтибарһыҙлыҡ, хәүефһеҙлек өсөн кәрәкле ҡоймаларҙың юҡлығы сәбәпсе тип иҫәпләйем», — тип һәләк булған спортсының атаһы Валерий Гуляевтың һүҙҙәрен килтерә НТВ телеканалы.
Башҡортостандың Тәфтиш комитеты «Хәүефһеҙлек талаптарына тап килмәгән эштәр башҡарыу йәки хеҙмәттәр күрһәтеү,тауар һәм продукция етештереү, һаҡлау, ташыу йәки һатыу» статьяһы буйынса енәйәт эше сиктәрендә барлыҡ тейешле саралар уҙғара. Һәләк булған спортсының тренеры вазифаһынан ситләтелгән.
Фажиғә 17 ғинуарҙа теркәлгән. Күнекмә ваҡытында иң ҡатмарлы трассаларҙың береһенән төшөп килгәндә спортсы йығылған һәм башы менән ташҡа бәрелгән. Ул шунда уҡ һәләк булған.
http://www.bashinform.ru/news/1109891-roditeli-pogibshey-v-bashkirii-14-letney-gornolyzhnitsy-prosyat-nakazat-sportkompleks/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика