09:01 (UTC+5), 22 Января 2018

Йәш ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйыуҙа ғәйепләнеүсе Өфө дауаханаһында донъя ҡуйған

скриншот Mash
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә 26 йәшлек Үзбәкстан гражданы 23 йәшлек ҡыҙҙың ҡулын һорай, ләкин ул уға тәҡдимен кире ҡаға. Алдан хәбәр ителгәнсә, уҙған йылдың декабрендә Черниковка биҫтәһендәге магазинда ҡот осҡос фажиғә теркәлде. Ҡыҙ ярҙам һорап бинаға килеп инә. Ир уға 17 тапҡыр бысаҡ менән сәнсә һәм үҙенә ҡул һалырға маташа, ләкин килеп сыҡмай. Ваҡиға шаһиттарының береһе төшөргән видеола ҡанға батҡан енәйәтсе иҙәндә ята һәм үҙен үлтереүҙәрен һорай.
Ҡыҙ йәрәхәттәрҙән урында уҡ һәләк була. Енәйәтсе үҙенең күкрәгенә бысаҡ ҡаҙай. Ир 13 ғинуарға тиклем ауыр хәлдә дауаханала ята. «Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләнеүсе, аңына килмәйенсә, медицина учреждениеһында яҡты донъя менән хушлашҡан.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә мәғлүмәтте раҫланылар.
«Ғәйепләнеүсе дауаханала вафат булды. Уның үлем сәбәбен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнде», — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың Тәфтиш комитеты «Үлтереү»статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Был ваҡытта енәйәтсе дауаханала һаҡ аҫтында булды.
http://www.bashinform.ru/news/1106446-v-ufimskoy-bolnitse-skonchalsya-podozrevaemyy-v-zhestokom-ubiystve-devushki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика