06:47 (UTC+5), 19 Января 2018

Өфөлә экс-полицейский һаҡ аҫтында, уның мөлкәтенә арест һалынған

РЕН ТВ
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан прокуратураһы полицейскийҙың адвокат ҡатынға элиталы сит ил машинаһын бүләк иткән мәле төшөрөлгән видеояҙманы интернетҡа һалыуға бәйле тикшереү үткәрҙе. Күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, роликта Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығының бүлек етәксеһе Игорь Воробьев тапшырған ҡиммәтле бүләк — Mercedes-Benz автомобиле хаҡында мәғлүмәттәр бар.
Прокуратура полицейскийҙың сығымдарын тикшергән. Асыҡланыуынса, 2013-2017 йылдарҙа йыллыҡ килеме миллион һумға яҡын тәшкил тәртип һаҡсыһы Өфө эргәһендәге ҡарағай урманында ике ҡатлы йорт, ике ҡиммәтле Range Rover Evoque, Mercedes-Benz GLA 250 4 MATIC автомобилдәре, шулай уҡ баш ҡалала кеше йәшәмәгән ике бина һатып алған.
Бынан тыш, мөлкәтте һәм сығымды декларациялау буйынса законда билдәләнгән бурыстан баш тартыу өсөн коррупцияға ҡаршы көрәшкән кеше мөлкәтен пенсионер туғандары исеменә яҙҙырған.
Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәренең дөйөм хаҡы 24,7 миллион һумдан ашыулыҡ мөлкәт һатып алыу буйынса сығымының килеменә тап килмәүен иҫәпкә алып, прокуратура Өфөнөң Орджоникидзе район судына үрҙә күрһәтелгән мөлкәтте Рәсәй Федерацияһы килеменә әйләндереү тураһында дәғүә ебәрҙе. Суд күрһәтелгән мөлкәткә арест һалды.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан буйынса эске эштәр министры полиция генерал-майоры Роман Деев хеҙмәткәрҙе эшенән бушатыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
http://www.bashinform.ru/news/1105582-v-ufe-eks-borets-s-korruptsiey-soderzhitsya-pod-strazhey-ego-imushchestvo-arestovano/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика