07:13 (UTC+5), 18 Января 2018

Өфөлә 22 йәшлек БДМУ студенткаһы юғалған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университетының 5 курс студенткаһы Ғәзетдинова Гүзәл Рим ҡыҙы юғалған. Әхирәте әйтеүенсә, ул 16 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 9-10-дар тирәһендә Минһажев урамы, 138 адресы буйынса урынлашҡан ятаҡтан сығып киткән һәм юғалған.
«Гүзәл «Матбуғат йорто» туҡталышынан 21-се ҡала клиник дауаханаһына дәрескә барырға тейеш ине, ләкин килмәне. — тип һөйләне әхирәте. — Әлегә тиклем уның ҡайҙа булыуы билдәһеҙ. Телефоны һүндерелгән».
Краснокама районында йәшәгән туғандары ла Гүзәл тураһында бер ни ҙә белмәй һәм тиҙҙән улар Өфөгә килә.
«Уның кемгәлер ҡунаҡҡа барыуы мөмкин түгел, егете юҡ. Әгәр шулай була ҡалһа, ул мине мотлаҡ иҫкәртер ине. Беҙ уның бик яҡшы мөнәсәбәттә, шуға күрә ул әйтә, — тип көйә әхирәте. — Өҫтәүенә беҙҙең кискә пландар ҙа бар ине, тимәк, уҡыуҙан һуң ул бүлмәгә ҡайтырға йыйынған».
Гүзәл дауаханаға эләкмәгән. Полицияға ғариза яҙылған.
Билдәләре: буйы 165-168 сантиметр, 22 йәштә. Ҡаҡса кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡара сәсле, һоро күҙле.
Фотолағы кеүек мамыҡ куртка һәм йөн башлыҡ кейгән. Аяғында аҡ табанлы күк итек.
Ошо ҡыҙ тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт белгән кешеләрҙең 102 йәки 8-937-159-89-97, 8-917-730-57-13, 8-937-158-60-28 телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.
http://www.bashinform.ru/news/1104936-v-ufe-propala-22-letnyaya-studentka-bgmu-guzel-gazetdinova-/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика