07:54 (UTC+5), 17 Января 2018

Өфөлә өс айлыҡ сабыйын бетон иҙәнгә төшөрөп ебәргән әсә балаға хоҡуғынан мәхрүм ителгән

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфөлә йәшәгән 32 йәшлек ҡатын өс айлыҡ улын бетон иҙәнгә төшөрөп ебәргәне өсөн хөкөм ителгән. Баш ҡаланың Калинин районы прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә һөйләүҙәренсә, ул Енәйәт кодексының «Бала тәрбиәләү буйынса бурыстарҙы тейешенсә үтәмәү» һәм «Һаҡһыҙлыҡ буйынса һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү» статьялары буйынса ғәйепләнеүселәр эскәмйәһенә ултырған.
«Ҡатын әхлаҡһыҙ тормош алып барған һәм өс айлыҡ улы хаҡында хәстәрлек күрмәгән, уның сәләмәтлеген һәм туҡланыуын ҡайғыртмаған, һөҙөмтәлә бала ауыр сирҙәргә дусар булған, шулай уҡ сабыйҙың тыуғандан алып ауырыуҙары бар», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
2016 йылдың июлендә иҫерек әсә сабыйын иҙәнгә төшөрөп ебәргән. Малай баш һөйәге-мейе йәрәхәттәре алған. Суд барышында әсә кеше үкенде һәм үҙ ғәйебен таныны. Суд уға бер йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәрен тәғәйенләне һәм әсә хоҡуғынан мәхрүм итте.
http://www.bashinform.ru/news/1104634-v-ufe-mat-uronivshuyu-trekhmesyachnogo-malysha-na-betonnyy-pol-lishili-roditelskikh-prav-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика