Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
0
98.95
0
82.53
-0.26
8+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
16 Ғинуар 2018, 14:28

Төбәктә үҙ-үҙенә ут төрткән ир дауаханалаға йән биргән

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Дүшәмбе, 15 ғинуарҙа, Ишембай ҡалаһындағы майҙанда үҙ-үҙенә ут төрткән ир вафат булған.
39 йәшлек ир үҙ-үҙен бензин һибеп яндырған. Уны Ишембай үҙәк район дауаханаһына алып киткәндәр, ләкин табиптар ярҙам итә алмаған — пациенттың тәненең 80 процентҡа янған. Башҡортостан юлдаш телеканалы мәғлүмәте буйынса, бынан алда ир психоневрология диспансерына мөрәжәғәт иткән булған.
Күршеләре әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта ул эшкә урынлашыуға һәм ғаиләһендәге проблемаларға бәйле ауыр тормош хәлендә ҡалған.
Тәфтиш комитетының республика идаралығы ошо ҡылыҡтың сәбәптәрен асыҡлау өсөн әлеге осраҡты тикшерә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары киң мәғлүмәт сараларына дөрөҫ булмаған мәғлүмәт таратыуҙан тыйылыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте.
http://www.bashinform.ru/news/1104210-v-bashkirii-muzhchina-sovershivshiy-akt-samosozhzheniya-skonchalsya-v-bolnitse/
Читайте нас: