11:01 (UTC+5), 11 Января 2018

Өфөнөң Ҡотҡарыу хеҙмәтенән юғалған һыу аҫты һунарсыһын эҙләүҙе туҡтатыуҙарын хәбәр иттеләр

112 ҡотҡарыу хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 11 ғинуарҙан водолаздар Ҡариҙел йылғаһында юғалған һыу аҫты һунарсыһын эҙләү эштәрен туҡтата, тип хәбәр итә 112 Ҡотҡарыу хеҙмәте.
Ҡотҡарыусылар 5 ғинуарҙан 10-на тиклем 29 йәшлек Өфө егетен эҙләүҙә ярҙам итте, ләкин эҙләү эштәре бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне.
«Хәҙер һауа температураһының түбәнәйеүе сәбәпле Ҡариҙел йылғаһында боҙ һәм ҡар бик күп. Водолаздарға һыу ятҡылығы өҫтөндә хәрәкәт иткән боҙ булғанда эштәр алып барыу тыйыла. Боҙ туңған һәм киткән осорҙа боҙҙоң сите водолазды йәрәхәтләүе мөмкин. Шулай уҡ ватылған боҙҙоң ағым водолазды боҙ аҫтына алып китмәһен өсөн страховкалаған сигнал осон зыянлауы ла ҡотҡарыусының ғүмеренә хәүеф менән янай. Йәки авария булған, мәҫәлән, водолаз ҡорамалы эшләмәгән осраҡта», — тип асыҡлыҡ индерҙе эҙләүҙе туҡтатыу тураһындағы ҡарарға Өфө ҡалаһындағы граждандарҙы яҡлау идаралығының мәғлүмәт бүлеге начальнигы Яна Калинина.
Ҡотҡарыусыларға Ҡариҙел йылғаһында һыу аҫтында һунар иткән саҡта бер ирҙең юғалыуы тураһында хәбәр 4 ғинуарҙа төнгө 11-се яртылар тирәһендә килә. Төндә водолаздарға эшләү тыйылғанлыҡтан, ҡотҡарыусылар яр буйын ентекле тикшереп сыға, ләкин бер кемде лә тапмай.
http://www.bashinform.ru/news/1102307-v-sluzhbe-spaseniya-ufy-soobshchili-chto-prekrashchayut-poiski-propavshego-podvodnogo-okhotnika/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика